Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтың социаль-иҡтисади үҫеш проекттарын баһаланы

Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша төҙөлгән яңы күпер 2027 йылда файҙаланыуға тапшырыла. Әле эш 42 процентҡа теүәлләнгән. Төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡ мэры Эмиль Шәймәрҙәнов менән осрашыуында тикшерелде.

Ҡала етәксеһе билдәләүенсә, йыл аҙағына тиклем «Яр буйы» биҫтәһендә 1 мең 50 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө тамамлана. Ошонда уҡ яңы юл һалынасаҡ.. Бынан тыш, 2028 йылда Көнбайыш районда поликлиника төҙөлөшө башлана. Ул 25 мең кешене хеҙмәтләндерер тип көтөлә. Башҡортостан башлығы муниципалитеттың үҫеш темптарын юғары баһаланы, тәҡдим ителгән башланғыстарҙы хуплап, ҡуйылған планды ваҡытында үтәү кәрәклеген билдәләне.