Күләмле мәҙәни форумға әҙерлек төрлө яҡлап алып барыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өсөнсө балалар фольклориадаһы 24 июндә старт алып, 26-на тиклем дауам итә. Рәсәй мәҙәниәт министрлығы менән Халыҡтар берҙәмлеге дәүләт йорто башланғысында тормошҡа ашырылған проект меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерер тип көтөлә. Башҡортостан исеменән өс ижади коллектив һәм ике башҡарыусы сығыш яһаясаҡ. Улар араһында Өфө районынан «Дарман» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә бар. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
«Дарман»дарҙың тыпырҙығына хатта профессиональ бейеү кимәлдә шөғөлләнгән артистар ҙа көнләшерлек. Ижади коллективтың исеме кеүек үк үҫмерҙәрҙең дәрт-дарманы ташып тора, шуға ла репетициянан мәктәп эсе яңғырап тора. Уҡыусылар Өфөлә уҙасаҡ ил кимәлендәге ҙур мәҙәни форумға әҙерләнә.
Фольклориадаға әҙерлек мәктәп уҡыусыларының имтихандар осорона тура килеүе лә бер ҙә ҡамасауламай.
Ижади коллективтың сәхнә костюмдары ла традицион үҙенсәлекте һаҡлап ҡалған. Ул шуның менән ҡиммәтле. Беренсенән, балалар, ата-бабаларҙың боронғо кейемдәрен танып-белһә, икенсенән тамашасыла башҡорттарҙың миллилеген билдәләгән әйберҙәр төп нөсхәлә күрһәтелә.
«Дарман» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында сығыш яһаясаҡ өс коллективтың береһе. Шулай уҡ Башҡортостан исеменән ике башҡарыусы сығыш яһаясаҡ. Форум күңел асыу программаларынан тыш, эшлекле осрашыуҙарға ла ҡоролған. Рәсәй фольклорсылары өсөн айырым майҙансыҡ булдырыласаҡ.
Илдә өсөнсө тапҡыр билдәләнәсәк балалар фольклориадаһы 24 июндән 26-на тиклем дауам итә. Күләмле форум Өфөнөң бар ял һәм мәҙәниәт парктарында үтәсәк. Уларҙа уйын майҙансыҡтары эшләй, төрлө күргәҙмәләр ойошторола, билдәле ижади коллективтарҙың сығыш көтөлә.
Азат Ғәлиуллин