Республика Башлығының ошо турала указы бар. Документҡа ярашлы, был эш өсөн Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуаплы була. Бында ошо эш менән шөғөлләнәсәк дәүләт учреждениеһы булдырыла. Яңы структура башҡарма власть органдары, урындағы үҙидаралыҡ, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы, Республика менән идара итеү үҙәге, күп функциялы үҙәктәр менән хеҙмәттәшлек итә. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр берҙәм электрон реестрҙа теркәлә, ошонда уҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү барышы һөҙөмтәләре күрһәтелә.