Яһалма зиһен платформалары башҡорт телен таныу һәм ҡулланыу мөмкинлеген киңәйтә

Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең ҡайһы бер социаль селтәрҙәре башҡорт телен танырға өйрәнгән. Һүҙ, атап әйткәндә, Дипсик, Гигачат һәм Яндекстан яһалма зиһен тураһында бара. Быйыл яһалма интеллект экосистемаһына туған телдәрҙе индереү буйынса эш махсус ойошторолған хеҙмәт ярҙамында ныҡлап башлаған. Ул төбәк комиссияһы ҡарамағында эшләй.

Сираттағы ултырышта тотош республикала телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү буйынса хәл тикшерелде. был күрһәткес төбәк мәктәптәрендә 100 процентҡа яҡын. Бынан тыш, туған телде өйрәнгән балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре арта. Яһалма зиһенде артабан башҡорт орнаменттарын һәм костюмдарын танытырға өйрәтергә ниәтләйҙәр. Властар шулай уҡ нейроселтәрҙәрҙең мәғлүмәт базаһын туған телдәге текстар менән тултытырыу буйынса әүҙем эш алып бара.