Өфөлә "Управдом" республика форумы үтте

Унда күп фатирлы йорттарҙы йылытыу миҙгеленә әҙерләү, электр утын һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт сифатын күтәреү мәсьәләләре ҡаралды.  Эшлекле йыйында күп фатирлы йорт советтары рәйестәре, йәмәғәт ойошма ағзалары, идара итеүсе компаниялар, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты. Форум программаһында оҫталыҡ дәрестәре, квиз уйындары ойошторолдо. Баймаҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов белдереүенсә, төбәктә күп фатирлы йорттарҙы яңыртыу мәсьәләһе киҫкен тора.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт