Радий Хәбиров бик көслө йоғонтоло губернаторҙар төркөмөндә позицияларын һаҡлап ҡалды

Рәсәй субъекттары башлыҡтарының июнь айындағы йоғонтоһо рейтингы мәғлүмәттәрен Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы иғлан итте. Был исемлек традицион рәүештә төбәк етәкселәренең сәйәси ауырлығында төп эксперт индикаторҙарының береһе тип һанала. Етди конкурентлыҡ шарттарында юғары урынды һаҡлап ҡалыу Радий Хәбировтың федераль һәм төбәк кимәлендә тотороҡло йоғонтоһо хаҡында һөйләй.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумындағы ҡаҙаныш республика башлығы позицияларын нығытыуҙың төп факторҙарының береһе булды. Төбәк Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөгән инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында йәнә өсөнсө урынды биләне. Пленар ултырыш барышында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың рейтинг лидерҙары булған субъекттарҙы, шул иҫәптән Башҡортостанды айырым билдәләүе позицияны тағы ла нығытырға булышлыҡ итте.

Дөйөм алғанда ла, Башҡортостан башлығы һәр саҡ федераль трендтарҙа. Ул ижади индустрияларҙы үҫтереүгә һәм яһалма зиһен технологияларын индереүгә стратегик баҫым яһай. Радий Хәбиров махсус хәрби операция бурыстарын үтәү һәм төбәк иҡтисадын үҫтереү араһында баланс булдыра алды. Башҡортостан башлығы етәкселегендә төбәктә фронтҡа, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса һәр яҡлап системалы һәм һәр яҡлап эш ойошторолдо. Шул уҡ ваҡытта республикала яңы предприятиелар асылыуын дауам итә, сәнәғәт майҙансыҡтары өҫтәмә линияларын эшкә ҡуша, ә граждандар секторы тотороҡло үҫеш күрһәтә.