Башҡортостанда табипҡа яҙылыуҙа яңы уңайлы ысул. Макс мессенджерындағы махсус чат-бот аша был мөмкинлек менән файҙаланырға була. Бер ниндәй сиратһыҙ һәм шылтыратыуҙарһыҙ, автоматлаштырылған һанлы ярҙамсыла теркәү үтәһең һәм теләгән дауалау учреждениеһына кәрәкле белгескә яҙылаһың. Дауалау учреждениеларында пациенттар өсөн булдырылған уңайлыҡтар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһы
Әлфиә Мальцева Өфөнөң 6-сы поликлиникаһына даими йөрөй. Тештәрен дауалай, профилактика эшен алып бара. Пациент табиптарҙың иғтибарлы булыуы, дауалау учреждениеһының тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылыуы, заман талаптарына яуап биреүенә шат.
Бөгөн табипҡа яҙылыу өсөн поликлиникаға килеү йәки шылтыратыу талап ителмәй. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, макс мессенджерындағы «Минең һаулығым. Башҡортостан республикаһы» чат-ботында теркәү үтеү ҙә етә. Һанлы ярҙамсыға инеү менән тәүҙә СНИЛС һәм тыуған көн тураһында мәғлүмәтте яҙыу талап ителә. Артабан терапевт, кардиолог, теш табибымы-үҙеңә кәрәкле белгесте һайлап, яҡындағы поликлиникаларҙың береһенә яҙылаһың. Медицина учреждениеларын һайлау мөмкинлеге бирелә. Баш ҡаланың 6-cы стоматологияһында ғына см енаһына1 мең ярым пациент ҡабул ителә
Стоматология поликлиникаһына 470 меңгә яҡын кеше теркәлгән, уларҙың 31 меңе-балалар. Урындағы етәкселек билдәләүенсә, күп осраҡта пациенттар 122 Берҙәм телефон һандары буйынса шылтыратып яҙыла, шулай уҡ берҙәм медицина порталы менән Дәүләт хеҙмәттәре порталына ла ихтыяж ҙур. Макс-бот тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү эше алып барыла.
6-сы стоматология поликлиникаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең «Милли сифат институтынан» сертификатҡа эйә. Пациенттарға табипҡа яҙылыу ысулдары тураһында аңлатыу эше даими алып барыла.
Гөлназ Хәйбуллина