Өфөлә республика ирекмәндәр слеты үтте. Уны «Юлдаш» радиоһының «Журналист-ирекмәндәр» төркөмө ойошторҙо.
Сара барышында «Беҙҙең волонтер» конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. «Барыһы ла Еңеү өсөн!» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Лилиә Таҡаева Баймаҡ район гәзите хәбәрсеһе. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып яугирҙарға ярҙам итә. «Яуаплы осорҙа ил һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙҙы хәстәрләү өсөн ирекмәндәр ойошмаһы булдырҙыҡ. Бер нисә тапҡыр фронт биләмәһенә барып ҡайттыҡ»,-ти Лилиә. Слетта уға журналист-ирекмәндәр тарафынан булдырылған «Халыҡ ирекмәне» миҙалы тапшырылды.
Слет барышында «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы менән тура бәйләнеш булдырылды. Республика башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов һәм полк командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары Александр Мельченко ирекмәндәрҙең мөһим эш башҡарыуы тураһында белдерҙе. Уларға рәхмәт әйтте. «Юлдаш» радиоһы ирекмәндәре «Башҡортостан» полкы яугирҙарына генератор тапшырасаҡтары тураһында белдерҙе. Уны алыу өсөн кәрәкле сумманы «Ашҡаҙар» һәм «Спутник ФМ» радиоһы хеҙмәткәрҙәре туплаған. Яҡын арала Стәрлетамаҡ ҡалаһында, шулай уҡ Хәйбулла, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында ла күсмә волонтерҙар слеты үтәсәк.