Саф һауа-үҙе дауа. Баймаҡ районының «Орленок» һауыҡтырыу лагерында тәүге смена балаларҙы ҡабул итте. Тулыраҡ ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.
Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан «Орленок» һауыҡтырыу лагерының тәүге заезында балалар ялға йыйылды. Уларҙың һаны район буйынса яҡынса 163. Үҙенең йәйге каникулын файҙалы итеп үткәреү маҡсаты менән килгән малай һәм ҡыҙҙар өсөн күңелле ял программаһы ҡаралған.
Лагерь биләмәһенә инеү менән балалар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө, вожатыйҙар менән танышты. Унан таҙа, яҡты, ял өсөн уңайлы, төҙөк корпустарға урынлашты.
Балаларҙың ялы иҫтәлекле һәм мауыҡтырғыс үтһен өсөн педколлектив бар көсөн һала. Тәрбиәселәрҙең күбеһе-Сибай институты һәм педагогия колледжы студенттары. Бында эшкә килер алдынан уларҙың барыһы ла бик етди имтихан тотҡан, медицина тикшеренеүе үткән.