Мөмкинлектәр өсөн сиктәр юҡ. Әбйәлил районының «Экстрим» туристик базаһында инвалид балалар өсөн һабантуй ойошторолдо. Байрам йыр-моңға ла, милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла бай булды. Балалар рәхәтләнеп күңел асты, ыңғай тәьҫораттар тупланы. Һабантуйҙан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Майҙан шат тауыштарҙан, йыр-моңдан яңғырап тора. Бында туғыҙынсы тапҡыр һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн һабантуй үтә. Байрам программаһы бай һәм мауыҡтырғыс, һәр кем күңеленә ятышлы шөғөл таба ала. Балаларҙың мөмкинлеген иҫәпкә алып төрлө уйындар, конкурстар, спорт ярыштары ойошторолған.
Әлеге ваҡытта Әбйәлил районында физик мөмкинлеге сикләнгән 200-ҙән ашыу бала иҫәпләнә. Районда уларҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, инвалид бала тәрбиәләнгән ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрелә, улар төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Хәйриә акцияларына районда ойошторолған эшҡыуарҙар советы ла йәлеп ителгән.
Ойоштороусылар фекеренсә, физик мөмкинлеге сикләнгән балалар дүрт стена эсендә бикләнеп ҡалмаҫҡа, үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тойорға, белем алырға, ижад, спорт менән шөғәлләнергә, һөнәр алырға тейеш. Ә өлкәндәрҙең бурысы уларға һынауҙар алдында юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итеү, дәртләндереү, йәшәүгә көс, дәрт, өмөт өҫтәү. Яҡшы кәйеф, матур тәьҫораттар ауыр сирҙәргә дусар булған балаларҙың сәләмәтлегенә лә ыңғай йоғонто яһай.
Һабантуйҙа балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, бүләктәр, татлы күстәнәстәр тапшырылды. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә һәм ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бергә булғанда бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға мөмкин, тине Айрат Зиннәт улы. Ә һабантуй үҙ маҡсатына өлгәште. Балалар ысын мәғәнәһендә әкиәт, тылсым, мөғжизә донъяһында ҡунаҡта булды һәм йәшәүгә көс алып таралышты.
Р.Кәримова