«Салауат Юлаев» клубы ҡапҡа һаҡсыһы Семён Вязовой уҙған миҙгелдә иң яҡшы сейв яһаған

Континенталь хоккей лигаһы ҡапҡаға ырғытылған шайбаларҙы кире ҡаҡҡан голкиперҙар рейтынгын төҙөнө. «Аҡ Барс» менән уйындың беренсе осоронда юлаевсылар әҙселектә ҡала. Ҡазан хоккейсылары көслө һөжүм ойоштора. Ҡапҡасыға ярҙам итергә һаҡсы Алексей Василевский тырыша, әммә ул шайбаны ҡаплай алмай. Ошо мәлдә Семён Вязовой урынынан һикереп ҡапҡаның һаҡланмаған мөйөшөнә ташлаған шайбаһына туҡтатыуға өлгәшә. Шулай итеп юлаевсылар голкиперы миҙгелдең иң яҡшы сейвтары рейтингын етәкләне.