"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙары Рәсәй көнө, Өфө ҡалаһы көнө һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнө менән ҡотланы. - Рәсәй флагы елберҙәүен, Өфө урамдарының шатлыҡҡа күмелеүен, Салауат Юлаев тураһында хәтерҙең изге эштәргә ҡеүәт биреүен теләйбеҙ. Беҙ артабан да лайыҡлы хеҙмәт итергә, антыбыҙға тоғро булырға вәғәҙә бирәбеҙ, ти яугирҙар.