Башҡортостанда Рәсәй көнө хөрмәтенә тарихи мемориалдарға сәскә һалыу тантанаһы үтте

Рәсәй көнө һәм баш ҡаланың тыуған көнө уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дуҫлыҡ монументы һәйкәленә һәм Өфө хеҙмәт ҡаһарманлығы стелаһына сәскә гөлләмәләре һалды. Күп милләтле республиканың тарихына, оло еңеүҙәренә, ҡаҙаныштарына бағышланған дәүләт байрамы хаҡында киләһе яҙмала.

«Дуҫлыҡ Монументы» баш ҡаланың ғына түгел, тотош республиканың йөҙөн билдәләүсе тарихи объекттарҙың береһе. Уға нигеҙ 1957 йылда, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы һалына. Мемориал күптән республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының татыулыҡ, дуҫлыҡ символына әүерелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге делегация Рәсәй һәм Өфө көнөндә тарихи монументҡа сәскә гөлләмәләре һалды.

Ағиҙел буйында 4 йыл элек «Өфө хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы асылғайны. Был мөһабәт монумент халҡыбыҙҙың Еңеүгә индергән өлөшөн мәңгеләштерә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә двигателдәр йыйылған, самолеттар һәм танктар өсөн яғыулыҡ, мотор майы, элемтә өсөн аппаратура етештерелгән. Төбәк башлығы Рәсәй көнө бөгөнгө шарттарҙа айырыуса мәғәнәгә эйә тип белдерҙе.

Рәсәй көнө уңайынан Радий Хәбиров бер төркөм үҫмерҙәргә паспорт тапшырҙы. Гражданиндың төп документын уҡыу алдынғылары, спорт һәм башҡа йүнәлештәрҙә уңышҡа өлгәшкән йәштәр алды. 14 йәше тулған үҫмерҙәр «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһы ағзалары. Улар йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, яҡшы билдәләргә уҡый һәм илһөйәрлек йүнәлешендәге проекттарҙы тормошҡа ашыра.

Республика район-ҡалаларынан йыйылған малай-ҡыҙҙар өсөн төп документты төбәк етәксеһе ҡулынан алыу иҫтәлекле ваҡиғаға әйләнде. Үҫмерҙәргә тәүге паспортты тантаналы шарттарҙа тапшырыу патриотик тәрбиәнең бер өлөшө булып тора.

Ф.Миһранова