Милли тарихты, мәҙәниәтте һаҡлау маҡсатында ойошторолған проект сиктәрендә башҡорт халҡының кейемдәрен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Гүзәл заттар милли биҙәүестәр эшләү, балаҫ һуғыу оҫталығы менән уртаҡлашасаҡ. Үҙенсәлекле Арт-объект биләмәлә Рәсәй көнөндә асылды.