«Турахан» күсмә цивилизациялар музейында кейеҙ баҫыу һәм ҡул эштәре оҫталығына арналған симпозиум ойошторолдо. Боронғо кәсептәрҙе һаҡлау, мәҙәни мираҫты популярлаштырыуға йүнәлтелгән сарала ҡатнашыусыларҙы Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Сангаджи Тарбаев сәләмләне. Бай йөкмәткеле сарала төрлө оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо, лекторий майҙансыҡтары эшләне. Симпозиумда Башҡортостандан тыш, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре ҡатнашты.