Башҡорт фольклор мираҫын һаҡлауға һәм ауыҙ-тел ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға йүнәлтелгән сара Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбендә үтте. Уҡыусыларҙың йәйге каникулы осоронда бында көндөҙгө лагерь эшләп килә.
Гөлсәсәк менән Алмаз Айҙашевтар балаларын милли рухта тәрбиәләргә тырыша. Эпосты улар Ислам улдарына 3 йәштән өйрәтә башлаған. Әле 5 йәшлек малай республика төбәктәрендә үткән «Урал-батыр» эпосын башҡарыусылар конкурстарында үҙен һынап та ҡараған.
Сара халыҡ сәсәндәр мәктәбе һәм Үҙәк район китапханаһы менән берлектә уҙҙы. Уның барышында ойоштороусылар балаларҙы эпостың тарихы, эстәлеге һәм башҡарыу нескәлектәре менән таныштырҙы. Артабан әҫәрҙән өҙөктәр яңғыраны. Һәр сығыш халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһында ни тиклем тәрән мәғәнә, рухи көс һәм әхлаҡи ҡиммәттәр тупланғанын күрһәтте.