«Родина» кинотетарында «Дримляндар төштәр һағында» йәнһүрәтенең премьераһы уҙҙы

Кинотеатр холында кескәй тамашасылар өсөн өҫтәл уйындары буйынса турнир уҙҙы, бүләктәр уйнатылды. Йәнүрәттә күп әкиәттәргә хас сюжет-изгелек менән яуызлыҡ көрәше. Изге йәндәр балаларҙың төштәрен һаҡлаһа, киреһенсә, яуыздары уларҙың төштәрен боҙорға, хәүеф тыуҙырырға тырыша. Мауыҡтырғыс йөкмәткеле йәнһүрәт кескәйҙәр генә түгел, өлкәндәрҙең күңеленә лә хуш килә. Йәнһүрәт «Атайсал» проекты буйынса тормошҡа ашырылған. Уны режиссеры Эдуард Сәйетбатталов йәш рәссамдар, Евразия фәнни белем биреү үҙәге, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актерҙары, студенттар, композитор Урал Иҙелбаев менән берлектә эшләгән.