Өфөләге архитектор яһалма зиһен ярҙамында заманса проекттар булдыра

Идеялар өҫтөндә эшләп, эскиздарҙы ысынбарлыҡҡа яраҡлаштырып күҙаллауға тиклем. Бөгөн нейроселтәрҙәр ярҙамында архитектура проекттары өҫтөндә эш күпкә еңеләйгән, ваҡыт та экономиялана. Текст мөрәжәғәте, һыҙмалар буйынса дизайн-макеттарҙың тулы картинаһы барлыҡҡа килә, деталдәргә иғтибар бүленә. Өфөнән мөхит дизайнеры, архитектор Павел Пономарев та яһалма зиһен ярҙамында республика буйынса ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә мөһим архитектура проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Арт-квадрат йәмәғәт киңлеген ойошторғанда ла тәҡдим иткән идеялары уңышлы файҙаланылған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Өфөнөң Чернышевский урамы яғынан Арт-квадратҡа инеү менән 19-cы быуат аҙағы-20-cе быуат башында йәшәгән иң бай ғаиләләрҙең береһенең тарихы менән танышырға мөмкин. Вогау металл, төҙөлөш материалдары, сәй, шәкәр менән сауҙа иткән, илдә тәүгеләрҙән булып ситтән килтерелгән автомобилдәр һата башлаған, тимер юл һәм станциялар төҙөгән. Дизайнер Павел Пономарев эскиздар ярҙамында, династияның ҡаҙаныштары менән таныштыра. Мозаика панноһының дауамы ла булыр тип көтөлә.

Биҙәлгән стеналар, фәрештәләр тыҡрығы, конструктивизм стилендәге баҫҡыс һәм күперҙәр-Арт-квадраттағы һәр объект өҫтөндә ҙур һәм көслө архитекторҙар командаһы эшләгән. Бында сквер ҙа, күләмле мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарыу өсөн майҙансыҡтар ҙа бар. Өфөнөң тарихи үҙәгендәге креатив квартал туғыҙ йыл элек ойошторолоп, халыҡтың яратҡан ял һәм күңел асыу урынына әйләнде.

Заманса ҡала киңлегенең архитектураһы ла һоҡландыра. Күреүегеҙсә, бында баҫҡыстар күп. Улар биналарҙың юғары ҡаттарына, террасаларға илтә. Икенсе кимәлдәге галереяның булыуы йәйәүлеләр маршрутын 800 метрға оҙонайтҡан. Ә был үҙ сиратында төрлө хеҙмәт күрһәткән ойошмаларға клиенттар ағымын арттырырға булышлыҡ иткән.

Ҡул эштәре күргәҙмәләре, йәрминкәләр, флешбомбтар, оҫталыҡ дәрестәре һәм билдәле артистарҙың сығыштары-Арт-квадратта йыл һайын меңдән ашыу ваҡиға ойошторола. Айырыуса кис һәм ял көндәрендә был йәмәғәт киңлеге халыҡ менән тулы. Ойошторолған экскурсияларҙа төҙөлөш барышы һәм майҙандағы мәҙәни мираҫ объекттары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.

Мөхит дизайнеры, архитектор Павел Пономарев Арт-квадрат киңлеген байытыу өҫтөндә эш дауам итеүен билдәләй. Шул уҡ ваҡытта бөгөн ошондай йәмәғәт киңлектәренең архитектура проекттарын төҙөүҙә яһалма интеллект та ярҙам итә, нейроселтәрҙәр ярҙамында буласаҡ үҙгәрештәрҙе күҙалларға ла мөмкин. Ҡулдағы эскиздар образдар аша күрһәтелә.

Әлегә Павел Понаморев Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн дә йәмәғәт киңлектәрен булдырыу буйынса үҙенең архитектура проекттарын әҙерләй. Быға тиклем дизайнер командала эшләп, Шишмә районындағы Евразия Күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәгендә интерьерҙар булдырыуға ла үҙ өлөшөн индергән.

Гөлназ Хәйбуллина