Өфө үҙәгендә башҡорт тирмәһе асылды

Өфө үҙәгендә башҡорт тирмәһе. «Торатау» Конгресс-холы алдында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн махсус майҙансыҡ булдырылды. Хеҙмәттәшебеҙ, телевидение режиссеры һәм алып барыусыһы Ләйсән Мәзитова тарафынан ойошторолған этно-мәҙәни үҙәктә аҙна һайын тигәндәй ғаиләләр өсөн матур байрамдар үтәсәк. Тирмәне тантаналы асыу көнөндә балалар һабантуйы ойошторолдо. Кескәй тамашасылар төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Майҙансыҡта асыҡ микрофон да эшләне. Теләге булған һәр кем йыр-бейеүгә оҫталығын күрһәтте, милли музыка ҡоралдарында уйнаны.

Башҡорт тирмәһе аутентик нигеҙгә ҡоролған. Унда халыҡ йолалары тарихи факттарға тулыһынса тап килә. Тирмә лә бер ниндәй таяу ҡулланмайынса, тимер ҡоршауһыҙ йыйылған. Ошонда уҡ милли кейемдәр, аҫалы балаҫтар, боронғо көнкүреш әйберҙәр менән танышырға мөмкин. Милли стилде пропагандалаған йүнселдәрҙең күргәҙмә-һатыу эштәре ойошторолған. Әйткәндәй, этно-мәҙәни үҙәктә оҫталыҡ дәрестәрен үткәреү ҙә күҙаллана.