Өфөнән Ярославлгә тура автобус маршруты тергеҙелде

Башҡортостандан тура Рәсәйҙең «Алтын ҡулсаһы» баш ҡалаһына. Өфөнән Ярославлгә 20 йылдан һуң тура автобус бәйләнеше тергеҙелде. Беренсе рейс Көньяҡ автовокзалдан йома көн киске сәғәт 8-ҙә юлға сыҡты. Сәфәр аҙнаһына ике тапҡыр башҡарыла. Линияны оҙон юлға уңайлы заманса Yutong туристик автобустары хеҙмәтләндерә. Юл ваҡыты яҡынса 28 сәғәт, билет хаҡы-3300 һум. Ярославль-бай тарихлы һәм уникаль архитектуралы, донъяның төрлө илдәренән туристарҙы йәлеп иткән ҡала. Уның үҙәге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Хәҙер төбәк халҡының тарихи ҡалаға автобус менән уңайлы барып етеү мөмкинлеге бар.

Беренсе рейс пассажирҙар менән тулы булмаһа ла, «Башавтотранс» йәмғиәте маршрутты һынап ҡарағандан һуң ихтыяж артыр тип өмөтләнә. Яңы йүнәлеш Өфөнө Волга буйы һәм Үҙәк Рәсәйҙең эре ҡалалары, шул иҫәптән Ҡазан, Чебоксар, Түбәнге Новгород, Иванов һәм Кострома менән бәйләйәсәк. Яңы маршрут предприятиеның быға тиклем хеҙмәтләндергән төбәк-ара пассажирҙар ташыу селтәрен тулыландырыр тип көтөлә.