Өфөлә Ағиҙел йылғаһы ярында күмәк кеше ҡатнашлығында үҙ-үҙеңә массаж сеансы буйынса яңы рекорд ҡуйылды. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары профессионал инструкторҙар оҙатыуында үҙҙәренең муйын, яурынбаштарын йомшартты. Сараны баш ҡалала массаж студия селтәрҙәрен етәкләгән Азалиә менән Арыҫлан Сафиндар ойошторҙо
Үҙ-үҙеңә дөрөҫ массаж яһау-белгес ярҙамынан бер ҙә кәм түгел. Белгестәр бигерәк тә, компьютер һәм смартфон артында ваҡыт үткәргәндәргә, ҡан әйләнешен яҡшыртыу һәм кәүҙәне тотоуҙа массаждың файҙалы булыуы билдәләй.