Өс ҡатлы бинананың тәҙрәләре урындағы Эшҡыуарҙар союзы ярҙамында алыштырыла. Был ике ай элек булдырылған һәм 25 бәләкәй эшҡыуарҙы берләштергән ойошманың тәүге хәйриә проекттарының береһе. Яҡын арала хоспистың пандустарын яҡыртыу күҙаллана. Әлегеһе текә һәм уңайһыҙ, коляскала хәрәкәт итеүселәргә үҙаллы йөрөү ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Яңыһы паллиатив ярҙам алыусыларға тышҡа саф һауаға сығыу мөмкинлеге бирәсәк. Шулай уҡ хоспистың ҡыйығын ремонтлау, ашхананы өсөнсө ҡаттан беренсегә күсереү һорауы ла көнүҙәк мәсьәлә.
Әбйәлил районының Салауат ауылында урынлашҡан хосписҡа 2000 йылда Ишмырҙа Һиҙиәтов нигеҙ һала. Әле ул Асҡар үҙәк район дауаханаһының паллиатив медицина ярҙамы бүлеге тип йөрөтөлә. Стационар шарттарҙа яман шеш, хроник ауырыуҙар, инсульт кисергән пациенттар медицина һәм психологик ярҙам ала.