Башҡортостанға туристар күпләп килә

Беҙҙең республика дөйөм Рәсәй туристик рейтингтында 15-се урындан 13-сөгә күтәрелгән. 2025 йылда Башҡортостанға 2 миллион 400 мең кеше сәфәр ҡылған. Бер йылда туристар һаны 8,2 процентҡа артҡан. Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләре, Татарстандан килеүселәр күп. "Туристарҙың артыуы инфраструктура үҫеше, хеҙмәтләндереү сифатына туранан-тура бәйле",- тип хәбәр итәләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.