Район газетаһы хәбәр итеүенсә, Дәүләт ауылына Магнитогорскиҙан килгән 62 йәшлек ир Сыбаркүлдә балыҡ тотҡан. Уның кәүҙәһен ярға урындағы балыҡсылар сығара. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Ҡотҡарыусылар, көндәр йылытһа ла, әлегә йылға-күлдәр йылынып өлгөрмәгән тип иҫкәртә һәм һаҡ булырға кәңәш итә.