Тәүҙә походта ҡатнашыусылар артефактты ябай таш тип уйлаған һәм табышты геологҡа күрһәткән. Белгес бының боронғо мамонттың теше икәнен раҫлаған. Табышты баш ҡаланың “Урал тауҙары илселеге” музей үҙәгенә ҡуйырға йыйыналар.