Әгәр кеше үҙе теләмәһә, бер генә табип та ҡотҡара алмай. Радий Хәбиров һәр кемдең ғүмере үҙ ҡулында булыуын иҫкәртте. Медицина, дауалау шарттары ни тиклем яҡшы булмаһын, әгәр кеше үҙен хәстәрләмәй икән, һөҙөмтә булмаясаҡ, тине төбәк башлығы. Был турала ул хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
Рөеспубликала йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау үҙәктәрен булдырыу тотош бер селтәр ойоштороу мөмкинлеге биргән. Һөҙөмтәлә кардиология ауырыуҙарын алдан иҫкәртеү һәм киҫкенләшмәҫ борон госпитализация үҫешкән. Әле республикала йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәшеү өс кимәл дауалау ойошторолған, тине һаулыҡ һаҡлау министры.