Өфө табиптары көн һайын күҙ йәрәхәттәре менән осраша

Туҙан, осҡон һәм таш. Йәй башланыу менән күҙ йәрәхәттәре алыусылар ҙа арта. Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтына триммер, газон ҡырҡыусы, шымартыусы машинка һәм башҡа техника арҡаһында күҙҙәрен имгәтеп мөрәжәғәт итеүселәр көндән-көн күбәйә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Салғы урынына бесәнде тиҙерәк сабыу өсөн триммер ҡулланыу Рифат Камаевты операция өҫтәленә һала. Эш ҡоралы аҫтынан таш осоп сығып ирҙең күҙлеген вата. Өфө хирургтары күҙ эсенән быяла ярсыҡтарын сығара. Әле пациенттың хәле тотороҡло, күреү һәләте кире ҡайтҡан, дауахананан сығырға әҙерләнә.

Ашығып Денис Вәрисов та күҙенә йәрәхәт ала. Шымартыусы машина йәки халыҡ араһында «болгарка» тип йөрөтәлгән ҡоролманың дискы ысҡынып китә. Юғары тиҙлектә эшләгән инструмент күҙен ауырттыра. Бер аҙна элек Денисҡа ҡатмарлы микрохирургия операцияһы яһала, әле пациент табип күҙәтеүе аҫтында

Йәй-йорт яны участкаларын тәртипкә килтереү мәле. Әммә хуш еҫле сәскә түтәлдәре һәм тигеҙ ҡырҡылған газондар менән бергә көнкүреш йәрәхәттәре лә арта. Триммер, электробысҡы, газон ҡырҡыу машиналары һәм башҡа техника менән эшләгәндә күҙгә зыян килтереү хәүефе арта. Айырым осраҡтарҙа зарарланған ағзаны алыуҙары ла ихтимал.

Бындай йәрәхәттәрҙең эҙемтәләре бик ауыр булыуы мөмкин-күреү һәләте кәмеүе, инфекцияларҙың үҫеше, ҡатмарлы микрохирургик операция яһау кәрәк булыуы ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күҙгә йәрәхәт алыу инвалидлыҡҡа килтерә ала.

Лариса Мөнирова, Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтының витреоретиналь һәм лазер хирургияһы бүлеге мөдире

Иң йыш осрай торған хаталарҙың береһе-ул һаҡланыу сараларын инҡар итеү һәм ялһыҙ эшләү. Ныҡ арыу иғтибарҙы тупаҫландыра һәм реакцияны кәметә. Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында үлән ҡырҡҡан хеҙмәткәрҙәр махсус маска, йәки күҙлек кейеп эшләй. Урам йыйыштырыусылар әйтеүенсә, хәүеф аҙым һайын.

Триммер менән эшләгәндә таш, үлән оса. Һаҡ булырға кәрәк. Әгәр маскаһыҙ йөрөһәң, бысраҡ күҙгә инә, биткә һуғыла. Шуға күрә масканы сисмәйем. Тағы бер ҡағиҙә-ул ял итергә онотмаҫҡа. Триммерға һыуынырға бирәбеҙ. Үҙебеҙ ҙә ял итеп алабыҙ.

Юрий Кузьмин, урам йыйыштырыусы

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 90 проценттан ашыу көнкүреш йәрәхәттәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү һәм сифатһыҙ һаҡланыу сараларын ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килә. Участканы ҡарау һаулыҡ өсөн хәүеф тыуҙырмаҫҡа тейеш. Ябай талаптарҙы үтәү-ул буш һүҙ генә түгел, ә ауыр йәрәхәттәрҙән ҡотолоу мөмкинлеге.

Әлфинә Килдейәрова