Шишмә районындағы емеш-еләк питомнигында үҫтерелгән алмалар республика мәғариф учреждениелары ашханаларына оҙатыла башлаясаҡ. 2019 йылдан тормошҡа ашырылған инвестиция проекты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелгән, әлегә алмағастарҙың дөйөм майҙаны 115 гектарға тиклем еткерелгән. Эшмәкәрлектә заманса технологиялар файҙаланыу уңыш ҡеүәтен арттырырға булышлыҡ итә. Шулай уҡ баҡсала ҡарағат, еләк тә ултыртылған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Алмағастар метр ярым һайын ултыртылған, рәт араһы 4 метр тәшкил итә. Үҫентеләр бер-береһенә тағы ла яҡыныраҡ булған участкалар ҙа бар. Төрлө ауырыуҙар, ҡоротҡостар һәм кимереүселәрҙән һаҡланыу саралары ҡулланылған. Интенсив технология буйынса баҡса ҡарау, тәү сиратта, ҙур уңыш алыуға йүнәлтелгән. Әлегә емеш ағастары даими рәүештә хәстәрлек талап итә, ботаҡтарын ҡырҡырға, профилактик саралар ойошторорға кәрәк.
Питомниктың үҫеш мөмкинлектәре 2020 йылдың июлендә муниципалитетта үткән күсмә «Ауыл сәғәте»ндә лә ҡаралғайны. Республика башлығы Радий Хәбиров алма баҡсаһында булып, урында ҙур уңыш алыуға йүнәлтелгән заманса технологиялар менән танышҡайны. Дәүләт ярҙамы, субсидияларҙың бүленеүе менән биләмә лә үҫеш алып, ныҡлы тамыр йәйә. Иртә һәм һуң уңыш бирә торған алмағастар ҙа бар.
Шишмә районында тормошҡа ашырылған инвестиция проекты буйынса 115 гектар майҙанда 167 мең төп алмағас ултыртылған. Ете йыл элек башланған эштең тәүге емештәре. Быйыл 150-200 тонна уңыш йыйыу планлаштырылған, алмалар тәүге тапҡыр республиканың мәғариф учреждениеларына оҙатыласаҡ.
Питомниктағы алмаға барлыҡ тейешле документтар, шул иҫәптән продукцияның яраҡлығы тураһында сертификат алынған. Мәктәп һәм балалар баҡсалары менән хеҙмәттәшлек тәжрибәһе лә бар. Быға тиклем дә ашханаларға емеш-еләк, йәшелсә оҙатылған.
Баҡсала гектарлап төрлө сорттағы еләк тә үҫтерелә. Берәүҙәр емеш йыйыуҙа ҡатнашып аҡса эшләһә, икенселәр питомникка үҙҙәре түләп инеп, силәкләп уңыш йыйып ҡайта. Еләк миҙгеле бер генә, һәр кем ваҡытын файҙа менән үткәрергә тырыша. Үҙенә күрә экотуризм да үҫеш ала.
Питомникта емеш-еләк майҙандарын киңәйтеү, сорттарҙы төрлөләндереү, уңыш күләмен арттырыу, эшмәкәрлеккә заманса технологиялар индереү буйынса саралар күрелә. Алмағастарҙы ғына алайыҡ, алдағы ике йылда уларҙың майҙанын 150 гектарға тиклем еткереү маҡсаты ҡуйылған.
Гөлназ Хәйбуллина