Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Зилә Сәйетованы һуңғы юлға оҙаттылар

Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актрисаһы оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булды. Уға 55 йәш ине. Зилә Һаҙый ҡыҙы Белорет районының Әзекәй ауылында 5-се класҡа тиклем өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Артабан Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай.Х еҙмәт юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында башлай. Артабан өмөтлө йәш актриса Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрына килә һәм бар ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлай. Тамашасыға илленән ашыу сағыу ролдәре аша билдәле ижадсы үҙен сәхнәлә күп яҡлы һәм талантлы актриса итеп таныта.