Өфөлә йәштәрҙе тормошҡа яраҡлаштырыуҙың һөҙөмтәле тәжрибәһе күрһәтелде

Йәш быуын хаҡында хәстәрлек. Бер йыл самаһы элек етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 6 бала үҙ аллы йәшәй башланы. Бының өсөн уларға махсуслашҡан фатир бүленде. Йәштәрҙең йәшәү шарттары менән танышыу өсөн ҡунаҡҡа Каринэ Хәбирова килде. «Бәхет биләмәһе», «Өфө хосписы» һәм «Воскресенск соборы» хәйриә фондтарының попечителлек советы рәйесе фатирҙа йәшәүселәр менән аралашты. Балалар көнкүрештәге шөғөлдәре, эшкә һәм магазинға йөрөүҙәре тураһында һөйләне.

Уҡыу-күнекмә фатиры 5 бүлмәле, шуға күрә һәр баланың шәхси урыны һәм яратҡан шөғөлө бар. Уларҙы тәүлек әйләнәһенә социаль хеҙмәткәрҙәр оҙата. Йәштәрҙең яртыһы рәсми рәүештә ҡаланың «ПроДобро» үҙәгенә эшкә урынлаштырылған, ә ҡалғандары йөҙөү буйынса күнекмәләргә йөрөй. Төп дәрестәрҙән һуң йәштәр хеҙмәт оҫтаханаларында, теген эштәре һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә, тиҫтерҙәре менән таныша. Уларҙың көнө аҙыҡ-түлек һатып алыу һәм киске аш әҙерләү менән тамамлана.