Яҡташтар осрашыуы быйыл Әбйәлилдең 13 ауылында үтә. 60 йыл элек тап ошо ерлектә башланған ауылдаштар байрамы хәҙер төбәктең йөҙөн билдәләгән һәм көтөп алынған сараға әүерелгән тип әйтергә мөмкин. Башҡортостандың «Иң матур ауылы» статусына эйә булған хәлилдәрҙең осрашыуы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Хәлил ауылы оло бер ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә, урам тулы кеше, һәр йорт алдында тиҫтәләгән автомобиль, хужалар ризыҡ тулы мул өҫтәлдәр менән йырлап-бейеп ҡунаҡ ҡаршылай. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыу ғына түгел, ул рух, күңел, берҙәмлек байрамы.
Йәғни, эш бөткәс күңел асырға ла ярай. Хәлилдәр 9 йыл тәнәфестән һуң «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына етди әҙерләнгән. Йорт-ҡура, урамдар тәртипкә килтерелгән, тарихи документтар өйрәнелгән. Хатта ауылға нигеҙ һалған Хәлил хәҙрәттең ҡәберенә таҡтаташ ҡуйылған, ул Әбйәлил һәм Баймаҡ районы сигендә ерләнгән.
Байрам айҡанлы ауылда «Мин яратам Хәлилде» тигән арт-объект ҡуйылған, уны яҡташтарына тамырҙары ошо ауылдан булған Илдар Дәүләтов бүләк иткән. Хәлилгә ингән ерҙе лә хәҙер йыраҡтан күренеп, балҡып торған мөһабәт стела биҙәй. Уны ауылдаштар аҡса йыйып үҙҙәре эшләткән, стеланың проектын Хәлил мәктәбендә белем алған күренекле рәссам Нәсих Хәлисов яһаған.
Ауыл халҡы, ситтә йәшәгән яҡташтар аҡса йыйып Дарыулы йылғаһы аша күперҙе лә ремонтлатҡан. 30 йыл элек файҙаланыуға тапшырылған ҡоролманы төҙөкләндереү күптән талап ителә.
400-ҙән ашыу хужалыҡ иҫәпләнгән Хәлилдә эшһөйәр, йүнсел, булдыҡлы халыҡ йәшәй. Шуға күрә ауылда йорттар ҙа төҙөк, матур. Байрам алдынан буш торған өйҙәр ҙә тәртипкә килтерелгән, ярҙамға мохтаж ғаиләләргә лә булышлыҡ иткәндәр.
Хәлил Әбйәлил районының иң боронғо һәм билдәле ауылдарының береһе. Ул арҙаҡлы шәхестәре менән дә дан тота. Хәлилдәр үҙҙәренең күренекле яҡташтары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Байрамда заманында Хәлилгә газ үткәргән, асфальт, һөт заводтары астырған, яңы урамдар төҙөткән Киров колхозы рәйесе Салауат Ҡадыровҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Ҡунаҡтар Советтар Союзы Геройы Рәүеф Дәүләтовтың һәйкәленә лә сәскә һалды. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың юлын бөгөн уның вариҫтары, ауылдаштары дауам итә. Сарала махсус хәрби операцияла һәләк булған Әлфир Сарбаев, Азамат Дәүләтҡолов, Ринат Хәйруллин иҫтәлегенә спорт ярыштары үткәрелде.
Байрам спорт ярыштарына ла, милли уйындарға ла, йыр-моңға ла бай булды. Ауылдаштар теләктәрен еткерҙе, хәтирәләре менән уртаҡлашты, бүләктәр тапшырҙы. Әбйәлил районы хакимиәте исеменән хәлилдәргә 35 мең һумлыҡ сертификат бирелде. Осрашыу ысын мәғәнәһендә илһөйәрлек, берҙәмлек сараһына әүерелде. Майҙан шат ауаздарҙан яңғырап торҙо. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» йәшен дә, ҡартын да бергә йыйған «Самауырлы ритайым» менән тамамланды. Тыуған төйәгенең киләсәге өсөн көсөн дә, ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәгән, тырышып эшләгән, сәмләнеп донъя көткән хәлилдәр күңелле итеп ял итә лә белә.
Р. Кәримова