Хөкүмәттә һыу инеү миҙгелендә хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте. “Быйыл республикала 11 кеше батып үлгән. Дыуан, Дүртөйлө һәм Шишмәлә балалар һәләк булған. Улар рөхсәт ителмәгән урында һыу төшкән. Тап ошондай пляждарҙа ял итеү, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырыу фажиғәгә килтерә”, - тине премьер-министр Андрей Назаров. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов әйтәүенсә, быйыл йылға-күлдәрҙә 46 кеше, шул иҫәптән 8 бала ҡотҡарылған. Кәңәшмәлә район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтарына рәсми ҡомлоҡтар булдырырға, халыҡтың именлеген тәьмин итергә ҡушылды.