Шулай уҡ 7 һөт комплексы эш башларға тейеш. Инвесторҙар проектҡа 8 миллиард һум аҡса һалған. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо турала белдерҙе. Һөт предприятиелары Дыуан, Ҡалтасы, Яңауыл, Илеш һәм Шишмә райондарында сафҡа индерелә. “Рощинский һөт фермалары” компанияһы 4 мең ярым һыйырға иҫәпләнгән хужалыҡ төҙөй башлай. Проекттың хаҡы 6 миллиард һумға баһалана.