Махсус хәрби операция биләмәһенә 230 мең газета ебәрелгән

Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев ошо турала белдерҙе. Баҫмалар алғы һыҙыҡҡа яугирҙарҙың һорауы буйынса оҙатыла. “Һалдаттар тыуған яғындағы яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына. Матбуғатты ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый”, - тине ул. Башҡортостан газета-журналдарға яҙылыу буйынса алдынғы төбәктәр исемлегенә инә. Бөгөн республикала 140-тан ашыу газета-журнал донъя күрә. Улар 6 телдә нәшер ителә.