Эштәр “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектына ярашлы башҡарыла. Ҡала эсендә уңайлы мөхит булдырыла, кафе, ҡунаҡханалар барлыҡҡа килә, сувенир продукцияһын етештереү арта. Парктарҙа туристик карта, арт-объекттар ҡуйыла. Шулай уҡ стадионды төҙөкләндереү ҡарала.