Төбәктә 5-се тапҡыр ойошторолған форумда Башҡортостандан башлығы Радий Хәбиров 300-ҙән ашыу журналисты сәләмләне. «Барыһы ла еңеү өсөн» лозунгы аҫтында үткән сарала заман шарттарында йәмғиәтте туплау, ялған мәғлүмәт менән көрәш, һынылышлы осорҙа илһөйәрлек ҡиммәттәрен популярлаштырыу, социаль мөһим көнүҙәк маҡсаттар менән эш кеүек йүнәлештәр билдәләнде. Республика телевидение, радио, газета-журналдар, интернет майҙансыҡтарында эшләгән хеҙмәткәрҙәр үҙ эшен оло яуаплылыҡ, һөнәренә тоғролоҡ менән башҡара. Радий Хәбиров оҙаҡ йылдар республика ваҡиғалары үҙәгендә ҡайнап, лайыҡлы хеҙмәт иткән тармаҡ белгестәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.