Рәми Ғарипов гимназияһының өс уҡыусыһы химиянан 100 балл алған

Башҡортостанда химия, әҙәбиәт һәм тарих буйынса берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Сығарылыш уҡыусылары айырыуса химиянан ҙур уңышҡа өлгәшкән. Был фәнде 51 ҡыҙ һәм егет максималь балға тапшырған. Улар араһында Камила Әбүбәкирова, Айлина Сәфәрғәлина һәм Ильяс Фәттәхов та бар. Йәштәр Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары. Уларҙы Берҙәм дәүләт имтиханынана химия уҡытыусыһы Ләйсән Полянская әҙерләгән. Ләйсән Ринат ҡыҙының былтыр ҙа ике уҡыусыһы 100 балл йыйған.

Бынан тыш, республикала әҙәбиәтте 7 ҡыҙ һәм егет 100 балға яҙған. Тарихтан иң юғары һөҙөмтәгә 2 сығарылыш уҡыусыһы өлгәшкән. Имтихан кампанияһының тәүге йомғаҡтары республика балаларның юғары әҙерлек кимәлен күрһәтә. Әммә был имтихан марафонының башы ғына, сөнки алда уларҙы башҡа фәндәр буйынса ла ҡатмарлы һынауҙар көтә.