Башҡортостанда "Баҫыу көнө" семинары үтә

Сара 10 июлдә Башҡорт дәүләт аграр университеттың уҡыу-ғилми үҙәгендә ойошторола. Вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, семинарҙа ҡатнашыусылар заманса техника өлгөләре менән таныша. “Трактор-шоу” һәм пилотһыҙ техника ярыштары уҙғарыла.