Республикала Сергей Аксаков премияһына эштәр ҡабул ителә

Положениеға ярашлы, бүләк өс йылға бер тапҡыр яҙыусы, публицист һәм әҙәби тәнҡитселәргә тапшырыла. Кандидаттарҙы ижади берләшмәләр, йәмәғәт ойошмалары, уҡыу йорттары, мәҙәниәт учреждениелары тәҡдим итә ала. Сергей Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй премияһы 1996 йылда булдырылды. Ул арҙаҡлы шәхестең тыуған ере Өфөлә Халыҡ-ара Аксаков байрамы барышында тапшырыла. Премияға документтар 31 июлгә тиклем ҡабул ителә.