Йыл башынан “сәләмәтлек поездары” составындағы медицина бригадалары 23 меңгә яҡын тикшереү үткәргән, ҡайһы бер кешеләргә етди ауырыуҙар, шул иҫәптән 101 яман шеш шиге асыҡланған. Ундайҙарға артабан дауаланыу өсөн йүнәлтмә бирелә. Акция барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелеүе айырыуса мөһим. Был аҙнала Шишмә, Бөрйән, Илеш, Стәрлетамаҡ, Баҡалы, Мәсетле һәм Ҡырмыҫҡалы райондары ауылдарында халыҡты ҡабул итәләр.