Радий Хәбиров республикала хөкүмәт элемтәһе бүлексәһенең 85 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Рәсәй федераль һаҡ хеҙмәтенең махсус элемтә һәм мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәрен әһәмиәтле дата менән ҡотланы. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, ведомство Волга буйы федераль округының алдынғы бүлексәләрҙең береһе. Яһалма зиһен, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм криптошифрлауҙың алдынғы ҡоралдарын ҡулланыуҙа һеҙ уңыш ҡаҙанағыҙ, тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров шулай уҡ ведомствоның төбәктәге ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади процестарҙы күҙәтеү һәм анализлау буйынса системалы эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. Хеҙмәт ветерандарына айырым иғтибарға лайыҡ. Уларҙың бай тәжрибәһендә йәш кадрҙар үҫә, иң яҡшы традицияларҙы лайыҡлы дауам итә, тине Башҡортосан башлығы.