Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы пленар ултырышы 25 июндә үтә. Был турала бөгөн парламент Президиумы ултырышында билдәле булды. Ултырыш махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам сараларын ойошторған һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, эшҡыуарҙар, юристар һәм ирекмәндәргә республика парламенты наградаларын тапшырыуҙан башланды.
Ҡануни документтарға килгәндә, алдағы пленар ултырышһта 2025 йылда Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү, продукция етештереү һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү тураһындағы дәүләт ппрограммаһы үтәлеше тураһында доклад тыңлау ҡарала. Дөйөм алғанда, яҙғы сессияның һуңғы пленар ултырышының көн тәртибенә 50-гә яҡын мәсьәлә индерелде.