Бөрйәндә роботтар һабантуйы үтте. Заман техникаһы өлгөләре халыҡ байрамы йолаларын дауам итеп, келәмдә көрәште, арҡан тартты һәм көршәк тә ватты. Йыл һайын ойошторолған ижади сара Бөрйән районының брендына дәғүә итә. Ҡатнашыусылар географияһының район сиктәренән сығыуы ла конкурсты мәртәбәле итә. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Батырхан Агилов өсөн конструктор йыйыу бер ниндәй ҡатмарлыҡ тыуҙырмай. Күптән түгел яңы шөғөл үҙләштергән үҫмер башҡа һыймаҫтай бәләкәй техника өлгөләрен ҡороп йыя. Уларҙың ҡайһы берҙәрен «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығында үткән Робот һабантуйы күргәҙмәһендә күрһәтте.
Батырхандың конструкциялары ябай уйынсыҡ түгел, улар урман йәиһә ауыл хужалығында ҡуллана алырлыҡ киләсәк техникаһы. Күргәҙмәлә шулай уҡ робот саң һурҙырғыс, төҫтәрҙе айыра торғаны ла, медицинала файҙаланырлыҡ эштәр ҙә урын алғайны. Үҫмерҙәр улар менән идара итеү нескәлеген яҡшы белә. Роботтар менән уйналған футбол турниры ла быны йәнә иҫбатланы.
Робот һабантуйы республиканың тиҫтәләп район-ҡалаһынан 120-нән ашыу ҡатнашыусыны бергә йыйҙы. Улар майҙанда ла көрәште, көршәк тә ватты, арҡан тартышыуҙа ла көс һынашты. Хатта, айырым роботтар сабышы ла ойошторолдо.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, робоһабантуй был тәңгәлдәге һуңғы сара түгел. Йәйге лагерҙар программаһы һабантуйҙан да ҡыҙығыраҡ. Аҙналыҡ сәйәхәттә балалар биш йәштән алып ҡатнаша ала.
Азат Ғәлиуллин