Студенттар өсөн айырым шарттар ҡаралған. Вузда белем алыусылар академик ял алырға хоҡуҡлы. Хәрби хеҙмәт тамамланғандан һуң, улар бюджетта уҡыуын дауам итә ала. Дошман көстәрен юҡ иткән хәрбиҙәргә өҫтәмә аҡса ҡаралған. “Турок” ҡушаматлы яугир оҫта белгестәрҙең береһе. Ул дошман дрондарын юҡ итә. Шулай уҡ йәштәрҙе уҡыта. “Пилотһыҙ осҡос операторы белемен даими камиллаштырып торорға тейеш”, - ти “Турок”.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИлдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләгәндәр “Черемушки” шифаханаһында урынлашҡан “Защитник” үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. башбат.рф сайтында хәрби хеҙмәт тураһында тулы мәғлүмәт алырға була. Белешмә өсөн элемтә телефоны: 122. Республикала яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған.