Юбилей сараһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул Рәсәй федераль һаҡ хеҙмәтенең махсус элемтә һәм мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне. Республика етәксеһе белдереүенсә, ведомство Волга буйы федераль округындағы алдынғы бүлексәләрҙең береһе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров ведомствоның төбәктәге ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади процестарҙы күҙәтеү һәм анализлау буйынса эш һөҙөмтәләренә юғары баһа бирҙе. “Хеҙмәт ветерандары айырым иғтибарға лайыҡ. Уларҙың өлгөһө һәм бай тәжрибәһе йәш кадрҙар үҫтерергә, йолаларҙы һаҡларға ярҙам итә”, - тине Башҡортостан башлығы.