Республикала балалар араһында имгәнеү осраҡтары арта

Көн һайын Өфө дауаханаларына йәрәхәт алған тиҫтәләрсә ҡыҙ һәм малай килтерелә. Балалар бейектән ҡолай, велосипед йөрөткәндә йығыла, ҙур юлда ҡазалана. Аттракциондарҙа ла бәхетһеҙ осраҡтар теркәлә. Бөгөн баш ҡаланың 17-се дауаханаһында 100-ҙән ашыу бала дауалана. “Ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү имгәнеүгә килтерә”, - тип белдерәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.