Башҡортостандың өс университеты Рәсәйҙең иң яҡшы 100 вузы исемлегенә инде

Улар: Өфө нефть-техник,  медицина, шулай уҡ Өфө Фән һәм технологиялар университеты. Белгестәр Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын илдең иң көслө юғары уҡыу йорто тип иҫәпләй. Икенсе урында Бауман исемендәге университет килә. Санкт-Петербург дәүләт университеты рейтингта өсөнсө баҫҡысҡа ҡуйылған.