Стәрлетамаҡтағы аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Ҡот осҡос фажиғә уҙған төндә Хоҙайбирҙин урамында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 9-сы модель «ВАЗ»дың 18 йәшлек водителе «Рено Эспейс» автомобилен үткәрмәй. Юл-транспорт ваҡиға һөҙөмтәһендә ватан еңел машинаһы водителе һәм уның 17 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була. 16 йәшлек тағы ла бер пассажир ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Иномарка водителе зыян күрмәгән. Дәүләт автоинспекцияһы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.