Яугирҙарға дарыу үләндәре. Шаран район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре шифалы акцияла ҡатнашты.
Улар урындағы һыуһаҡлағыс буйында файҙалы үләндәр йыйҙы. Еләк, ҡыр сейәһе япраҡтары, ромашка, гөлйемеш, мәтрүшкә сәйе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреләсәк.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ирекмәнлек эшмәкәрлеген әүҙем алып бара, Былтыр район мәҙәниәт йорто директоры Лилиә Баянова менән методист Татьяна Әхмәтғәлина «Беренсе тирмә» төбәк ирекмәндәр отряды составында Луганск ҡалаһындағы госпиталдә эшләп ҡайтҡан. Гуманитар ылау һәр ваҡыт ауыл клубтарында эшләүселәр ҡатнашлығында туплана.