Өс ҡатлы бинаның тәҙрәләре Эшҡыуарҙар берлеге ярҙамында алмаштырыла. Яҡын арала хоспистың пандустарын тәртипкә килтереү ҡарала. Шулай уҡ ҡыйыҡты ремонтлау, ашхананы уңайлы шарттарға яраҡлаштырыу көнүҙәк мәсьәлә. Әбйәлил районы Салауат ауылында урынлашҡан хосписҡа 2000 йылда Ишмырҙа Һиҙиәтов нигеҙ һала. Әле учреждение Асҡар үҙәк район дауаханаһының паллиатив медицина ярҙамы бүлеге тип йөрөтөлә. Стационар шарттарҙа яман шеш, хроник ауырыуҙар, инсульт кисергән пациенттар медицина һәм психологик ярҙам ала.